ХОҘАЙҒОЛОВА Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (12.10.1942, БАССР-ҙың Дәүләкән р-ны Дүртөйлө а.), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1967). Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлағандан һуң (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) 1972 й. тиклем һәм 1974 й. алып Сибай драма театры актрисаһы.

Сибай башҡорт драма театрындағы төп актрисаларҙың береһе. Х. актёрлыҡ сәнғәтенә тәрән психологизм, һығылмалылыҡ, тышҡы деталдәрҙең теүәллеге хас: Мәҙинә (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим), Мария (“Һуңғы аҙым”, А.Дударев), Мөғлифә (“Бәхеткә ҡасҡандар”, Т.Х.Ғарипова). Ауыр йәки фажиғәле яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образдары галереяһын барлыҡҡа килтерә: Шәфәҡ (“Ай тотолған төндә”; дебют, 1964), Асель (“Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем”, С.Т.Айытматов), Нурия (“Аҡҡош йыры”, Б.Бикбай), Илбикә (“Әсә хөкөмө”, Ә.Ҡ.Атнабаев), улар араһында Н.Ғәйетбайҙың “Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми” спектаклендәге Һәҙиә (героиня прообразы — Һ.Л. Дәүләтшина) роле айырылып тора. Актриса репертуарында ш. уҡ сағыу комик ролдәр бар: Мәхмүзә (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев), Сәрби (“Башмағым”), Мәрфуға ҡарсыҡ (“Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар...”, Ф.М.Бүләков) һ.б.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова