ХОЗИКОВ Юрий Юрьевич (28.7. 1936,Мәскәү — 24.1.2011, Калуга ҡ.), тренер. Фехтование б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1967) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1962). СССР-ҙың физик культура һәм спорт отличнигы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). Смоленск физик культура ин-тын тамамлаған (1962). “Спартак” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (Смоленск ҡ.; тренеры Ю.Т.Хозиков). РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1961, 1968). Ветерандар араһында күп тапҡыр Рәсәй чемп., Европа чемпионатының бронза призёры (1998). 1962 й. алып Өфөлә эшләй: “Хеҙмәт” ДСО-һының Башҡорт өлкә советы, 1965 й. — Салауат Юлаев ис. спорт клубы тренеры, бер үк ваҡытта 1963—71 йй. Респ. йәштәр спорт мәктәбе тренеры һәм БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры. 1972 й. башлап Калугала эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында 1 Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, ш. уҡ 50-нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. Г.А.Миһранова