ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ, дәүләт органдары, төп функциялары —законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен, кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш. Х.һ.о. судтар, Прокуратура, дәүләт именлеге органдары, эске эштәр, наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу, таможня контроле, һалым (ҡара: Һалым полицияһы), юстиция органдары, ш. уҡ адвокатура, третей суды һ.б. инә. Х.һ.о. эшмәкәрлеге РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында шәхси детектив һәм һаҡлау эшмәкәрлеге тураһында” (1992), “Оператив-эҙләү эшмәкәрлеге”, “Федераль именлек хеҙмәте тураһында” (икеһе лә — 1995), “Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре тураһында” (1997), “Именлек тураһында” (2010), “Полиция тураһында” (2011) һ.б. РФ закондары м-н көйләнә.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев