ХОЛДИНГ, ике йәки унан да күберәк юридик шәхестең берләшмәһе, унда баш компания хоҡуғы нигеҙендә бер ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусылар эшмәкәрлегенә идара итә. Бүлендек ойошмаларҙы контролдә тотоу уларҙың устав капиталында өҫтөнлөклө ҡатнашыу һәм ҡануниәткә ярашлы хужалыҡ эшмәкәрлеген билдәләү ярҙамында башҡарыла. Х. төрлө ойоштороу-хоҡуҡ формалары булған ойошмалар инергә мөмкин.

Республикала бәләкәй һәм урта бизнес пр-тиеларынан торған Х. бар: “Башбетон” холдинг компанияһы ЯСЙ (Өфө), “Башуралэнергострой” холдинг компанияһы ЯСЙ һ.б.; ҡайһы бер пр-тиелар Рәсәй Х. составына инә: “Мечел” ААЙ төркөмөнә Белорет металлургия комбинаты ААЙ; “Фармстандарт” ААЙ Х. — “Фармстандарт-УфаВИТА” ААЙ; “Башҡортостан химияһы” ААЙ-на — “Сода” һәм “Каустик”; “Электрозавод” ААЙ-на (бөтәһе лә —Мәскәү) “Электроаппарат” һәм Өфө трансформаторҙар з-ды һ.б. инә. 

В.К.Зарянин

Тәрж. А.Н.Күсеев