ХОЛЕЦИСТИТ (гр. cholḗ – үт һәм kýstis – ҡыуыҡ), үт ҡыуығының шешеүе. Х. киҫкен (катараль, обструктив, флегмоноз һ.б.) һәм хроник (калькулёз, ташһыҙ һ.б.); беренсел һәм икенсел төрҙәргә бүленә. Х. башланыуына үт ташы ауырыуы, үттең тулышыуы, ҡайһы бер инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар (вируслы гепатит, лямблиоз һ.б.) булышлыҡ итә. Төп симптомдары: ауыҙҙа әсе тәм, уң ҡабырға аҫтында ауыртыу тойоу, уҡшыу, ҡоҫоу һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, эндоскопик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, хирургик (холецистэктомия), шифахана-курорттарға барыу, диетотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: эмпиема һәм үт ҡыуығының тишелеүе, панкреатит, перитонит, механик һарылыҡ һ.б. Иҫкәртеү: һаҡлаусы диета, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын дауалау. Башҡортостанда 100 кешегә үт ҡыуығы һәм үт юлдары патологияһы, ш. иҫ. хроник Х. м-н ауырыған тәүге асыҡланған сирлеләр түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. – 614,4; 2007 – 731,6; 2009 – 641,8 кеше. 20 б. 50-се йй. башлап Медицина университетында Х. проблемалары б-са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла: ауырыуҙы, ш. иҫ. сәнәғәт пр-тиелары эшселәренең ауырыуҙарын (Ф.Д.Булатова) диагностикалау һәм консерватив дауалау (С.В.Базанова, Н.Н.Родикова, В.В.Сгибова), ҡымыҙ менән дауалау (Г.В. Журавлева, М.Н.Фридман), хирургик дауалау (Л.Г.Гранов, М.Ә.Ғәлиев), ш. иҫ. балаларҙы дауалау (И.Ғ.Рәхмәтуллин, Ф.Ғ.Садиҡов) һәм панкреатит м-н бергә дауалау (Р.И.Титов, А.Н.Шабанов) ысулдары өйрәнелә. 70-се йй. алып ауырыуҙың үҫеш сәбәптәре тикшерелә (Н.С.Ҡазыханов), диагностика һәм дауалау технологиялары (Н.А.Власова, Л.В.Волевач, А.Я.Крюкова, Л.П.Фәйезова), ш. иҫ. балалар өсөн технологиялар (Р.Ә. Әхмәтова), киҫкен Х. хирургик дауалау (О.В.Ғәлимов, М.Ә.Нартайлаҡов, В.Ғ.Сәхәүетдинов, В.М.Тимер­булатов), шифахана шарттарында хроник Х. м-н ауырығандарҙы реабилитациялау (М.М.Алсынбаев, Ф.Х.Мәжитов, Р.М.Хафизов) ысулдары камиллаштырыла. Х. клиник барышы үҙенсәлектәре, хроник Х. м-н ауырығандарҙың тормош сифаты (И.З.Вехновская, Ш.З.Заһиҙуллин) һәм “Өфө” минераль һыуын ҡулланып уларҙы һауыҡтырыу ысулдары (А.А.Белкина) өйрәнелә.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина