ХОЛМОГОР ТОҠОМО, һыйыр малының һөт йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: үҙәк һәм төньяҡ. 18 б. Архангел губ. Холмогор һәм Архангел өйәҙҙәрендә урындағы малды уңайлы ашатыу шарттарында һайлап алыу ысулы м-н сығарыла. Мал һаны б-са Рәсәйҙә һөт һәм һөт-ит тоҡомдары араһында 3-сө урында тора. Бестужев тоҡомон, истобенск һәм тагил тоҡомдарын сығарғанда файҙаланыла. Эре мал, кәүҙәһе оҙонса, һөлдәһе ныҡ, мускулдары яҡшы үҫешкән; башы уртаса ҙурлыҡта, һуҙылған;күкрәге тәрән, киң түгел. Төҫө ҡара-сыбар, һирәгерәк ҡыҙыл-сыбар һәм ҡара. Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 900—1000 кг, һыйырҙарҙыҡы — 500—600 кг. Уртаса йыллыҡ һауым — 3500 — 4000 кг, һөттөң ҡуйылығы 3,6 — 3,7% тәшкил итә. Ит сығышы 50—55%. Х.т. малдары төньяҡтың ҡаты шарттарына яҡшы яраҡлашҡан, илдең төньяҡ, үҙәк һәм көнсығыш райондарында үрсетелә. Тоҡомсолоҡ эше тән төҙөлөшөн, елен формаһын яҡшыртыуға, һөт продуктлылығын (һөттөң ҡуйылығын һәм һауымдарҙы) арттырыуға йүнәлтелгән.

Әҙәб.: Переверзев Д.Б., Дунин И.М., Привалихин Г.М. Совершенствование холмогорского скота в России. М., 1990; Козанков А.Г., Переверзев Д.Б., Д у н и н И.М. Основы интенсификации разведения и использования молочных пород скота в России. М., 2002.

С.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова