ХОМУТОВКА, Бишбүләк р-нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 44 км һәм Приют т. юл ст. К.-Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 272 кеше; 1959 — 328; 1989 — 408; 2002 — 326; 2010 — 245 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дим урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушер­лыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30-сы йй. Дим с-зын ойоштороуға бәйле 5-се ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 80-се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев