ХОРЕОГРАФИК МИНИАТЮРА, бейеү-сәхнә тамашаһының бәләкәй формаһы. Эстрадала бейеү ансамблдәре репертуарының нигеҙен тәшкил итә, балет театрында була. Башҡорт сәхнәһендә Х.м. 20 б. 30-сы йй. аҙ. — 40-сы йй. башында Опера һәм балет театры һәм Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолғандан һуң барлыҡҡа килә. Тәүге Х.м. өлгөләре БДОБТ сәхнәһендә классик бейеүҙәр нигеҙендә ижад ителә: Либлинг музыкаһына Л.А.Жуковтың “Вальс” (З.Ә.Насретдинова һәм Х.Ғ.Сафиуллин башҡара), С.В.Рахманинов музыкаһына С.В.Дречин һәм Ф.М. Саттаровтың “Элегия” (Г.Ғ.Сөләймәнова һәм Саттаров, Л.С.Ҡыуатова һәм Ю.Ғ.Ушанов), К.Глюк музыкаһына В.М.Чабукианиҙың “Мелодия” (В.Х.Ғәлимова һәм А.С.Биксурин), Н.Ғ.Сабитов музыкаһына И.Х.Хәбировтың “Яулыҡ тураһында поэма” (“Поэма о платке”; М.А.Таһирова һәм Хәбиров) һ.б. номерҙар. БДОБТ солистарының хәҙ. репертуарында Х.м. классик һәм модерн бейеүҙәре элементтарын берләштерә: Рахманинов музыкаһына В.Усмановтың “Элегия”, А.Пепеляевтың “Монар” (“Мираж”), Д. Проценконың “Осрашыу” (“Встреча”; икеһе лә — П.Даллио музыкаһына), Х.Райхель музыкаһына Пепеляевтың “Даксофония”, Э.Морриконе музыкаһына Р.Ә.Абушахмановтың “Диңгеҙҙән” (“Из моря”) һ.б. номерҙар. Шулай уҡ Х.м. Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы репертуарында бар. Х.м. Ф.Ә.Ғәскәров киң ҡуллана, уның постановкалары (“Зарифа”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Өс туған”, “Бүләк”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Төньяҡ амурҙары” һ.б.) Ф.Ғәскәров ис. БР Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарының нигеҙен тәшкил итә. Х.м. балетм. Г.В.Анищенко [“Ҡоштар тураһында легенда” (“Легенда о птицах”), “Салауат вариҫтары” (“Салаватцы”), “Ҡул эше оҫталары” (“Рукодельницы”)], Й.А.Вәхитов (“Ҡара тауыҡ”, “Ыласын”, “Бейеш батыр”), Р.Ф.Ғәбитов (“Бөркөтостан”, “Ҡоралай”, “Еҙ үксә”), Х.Ф. Мостаев [“Көтөүсе йыры”, “Татар романсы” (“Татарский романс”), “Азамат”], Л.И.Нагаева (“Тимербайҙың улдары”, “Кәкүк”, “Ҡабырсаҡ”), В.Г.Степанов [“Һабантуй”, “Арҡайым батырҙары”, “Ауыл кисе” (“Вечер на деревне”)] һ.б. тарафынан ижад ителә.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова