ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ, үҙ аллы хужалыҡ итеүсе субъект, предприятиеның төп саралары, капиталы хужаһы һәм ойоштороусыһы булған индивидуаль шәхестең хосуси милек хоҡуҡтары нигеҙендә эшләй. Ғаилә пр-тиеһы Х.п. бер төрө булып тора, ЯСЙ, ААЙ һ.б. формала булыуы мөмкин. Хеҙмәтте файҙаланыу формаһы б-са шәхси хеҙмәт (милексе һәм эшсе бер үк кеше) һәм шәхси (милексе ялланма эшселәр хеҙмәтен ҡуллана) Х.п. бүленә. Х.п. милке һәм капиталы граждандың мөлкәтенән, алынған килемдән, кредиттарҙан, дәүләт пр-тиеһын хосусилаштырыу йәки яңы хужалыҡ берәмеге барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә формалаша.

Рәсәйҙә Х.п. 14 б. үҫешә башлай. 20 б. 30-сы йй. СССР-ҙа Х.п. ябыла, баҙар иҡтисадына күсеү м-н яңынан тергеҙелә. Башҡортостанда 2000 й. индивидуаль эшҡыуарҙар һаны – 71400, 2006 й. – 77658, 2009 й. 100324 берәмек тәшкил итә; иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре б-са (2009): күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү өлкәһендә – 58596, күсемһеҙ милек м-н операциялар – 10959, транспорт һәм элемтә – 7385, эшкәртеү производствоһы (ш. иҫ. эшкәртеү сәнәғәте) — 7076, ауыл хужалығы (ш. иҫ. һунар, урман хужалығы) – 5612, коммуналь һ.б. хеҙмәт күрһәтеү – 4599, төҙөлөш – 2595, ҡунаҡхана һәм ресторандар – 1472, һаулыҡ һаҡлау һәм соц. хеҙмәт күрһәтеү – 704, финанс эшмәкәрлеге – 585, мәғариф – 400, балыҡсылыҡ һәм балыҡ үрсетеү – 208, башҡа төрҙәр өлкәһендә 120 индивидуаль эшҡыуар иҫәпләнә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов