ХОТИМЛЯ, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Бик-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.-Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Суғарыш й. (Өршәк й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 490 кеше; 1920 — 579; 1939 — 551; 1959 — 247; 1989 — 178; 2002 — 229; 2010 — 221 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Суйынсы урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Харьков губ. Волочанск өйәҙе Хотомли а. кешеләре Хотомля ширҡәте ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында Полтава һәм Чернигов губ. крәҫтиәндәр күсеп ултырған. 1906 й. (хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә) земство мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев