ХОХЛОВ Анатолий Иванович (1.7. 1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бахмут утары, хәҙ. БР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Бахмут а., — 4.2.1995, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Майор (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1944). 1936—39 йй. Бахмут урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. майынан Көнбайыш, Брянск, Үҙәк, 1-се Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 47-се армияның 132-се уҡсылар див. 498-се уҡсылар полкының разведка нач. капитан Х. 1945 й. 15 ғин. Яблонна-Легйоново ҡ. (Польша) тирәһендә Висла й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1947 й. башлап БАССР ЭЭМ-ы органдарында хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) “Башстройснаб” тресында, 1961 й. алып Өфөнөң Киров р-ны соц. тәьминәт бүлегендә, 1967 й. – Башҡ-н өлкә курорттар м-н идара итеү профсоюздары советында эшләй. Ленин (1945), 1-се (1945, 1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?) орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Х. исеме урамға бирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин