ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы (14.8.1964, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй (2007—12 йй. производство процестарын автоматлаштырыу ф-ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәт хәүефһеҙлеге проблемаларына арналған. Х. тарафынан НЭЗ ҡорамалдарын файҙаланыу хәүефен анализлау ысулдары уйлап табыла. Уның ҡатнашлығында нефть эшкәртеү, нефтехимия, нефть һәм газ сәнәғәтенең 100-гә яҡын хәүефле производство объекттарын төҙөү йәки реконструкциялауҙың проект документтарына экспертиза үткәрелә. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Взрывоопасность установок нефтепереработки. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов