ХӨСНӨТДИНОВ Рауил Исмәғил улы (12.2.1947, БАССР-ҙың Фёдоровка р-ны Ҡораласыҡ а.), химик-органик. Химия ф. д-ры (1989), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1970) Фёдоровка р-нының Балыҡлы урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1972 й. алып Органик химия ин-тында (1983 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р), 1992 й. – Нефтехимия һәм катализ ин-тында: фәнни эштәр б-са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре көсөргәнешле полициклик углеводородтар һәм адамантаноидтар химияһына, уларҙы селектив функционаллаштырыуға арналған. Х. тарафынан норборнадиен һәм уның сығарылмалары ҡатнаш­лығында полициклик углеводородтарҙы синтезлау ысулдары эшләнә, алкандар һәм циклоалкандарҙы галоидлау, ацилирлау, цианлау, гидроксилирлау, окислау алымдары тәҡдим ителә. 380-дән ашыу фәнни хеҙмәт, 110 уйлап табыу авторы. РФ-тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2003), Башҡортостан комсомолы пр. (1979) лауреаты.

Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в химии диенов. М., 2013 (авторҙ.); Органические и неорганические гипогалогениты в органическом синтезе. М., 2016 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов