ХӨСӘЙЕН, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.-Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 298 кеше; 1920 — 228; 1939 — 253; 1959 — 342; 1989 — 240; 2002 — 321; 2010 — 304 кеше. Баш­ҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Йәнбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Хөсәйен Бикбулатов исеме м-н аталған. Шулай уҡ Иҫке Хөсәйен, Иҫке Хәсән булараҡ теркәлгән. 1795 й. 13 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 235 кеше. Малс-ҡ, умарт-ҡ, урман кәсептәре, игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч-ще, һыу тирмәне булған. 20 б. башында Яңы Хөсәйен бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Хөсәйен булараҡ иҫәпкә алынған. 50-се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Р.М.Сәлимгәрәева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев