“ХӨСӘЙЕНИӘ”, юғары мәҙрәсә. 1891 й. Ырымбур ҡ. 6-сы йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре) эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусылары — Әхмәт М., Ә. (Ғәни) М. һәм М.М.Хөсәйеновтар (ҡара: Хөсәйеновтар). Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарама­ғында була, Хөсәйеновтар аҡсаһына тотола. Уҡытыу-тәрбиә эшенә мөҙәрис һәм мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең юғары һәм урта кластарын тамамлаған һәм инеү имтихандарын тапшырған ир-егеттәр ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 10—100 һум); стипендия түләнә. Уҡыу курсы 14 йыл (3 йыллыҡ әҙерлек, 4 йыллыҡ урта, 4 йыллыҡ юғары бүлексәгә әҙерлек һәм 3 йыллыҡ юғары бүлексәләр) тәшкил итә. Уҡыу процесы яңы ысул м-н уҡытыу системаһына нигеҙләнә (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына ислам нигеҙҙәре, урыҫ, татар, ғәрәп, фарсы, немец, француз телдәре һәм әҙәбиәттәре, төрки, алгебра, геометрия, тарих, философия, педагогика, психология, һыҙым, иҡтисад, сауҙа эше һ.б. инә. 2 китапханаһы, уҡыу кластары, химия, физика, тәбиғәт белеме, хеҙмәт кабинеттары, Шәреҡ музейы, мед. пункты, ашханаһы, пансионы була. 1894 й. башланғыс халыҡ училищелары күләмендә 3 йыллыҡ уҡыу курсы м-н урыҫ класы асыла. 1907 й. башлап мәҙрәсә Ә.М.Хөсәйеновтың ваҡыфы иҫәбенә финанслана (500 мең һум). “Х.” эргәһендә Пед. һәм Попечителлек советтары, “Музыка—драма” йәмғиәте, мосолман әҙәби түңәрәге, хор һәм оркестр, музыка мәктәбе (1918 й. алып), уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү курстары эшләй. 1903 й. мәҙрәсәлә 10, 1914 й. 35 уҡытыусы була. Уҡыу йорто м-н З.Н. Айыуханов, М.Бигиев, С.Н.Бикбулатов, А.С.Дәүләтшин, Ғ.Х.Йәнекәев, З.Ҡадири, С.Л.Рәмиев, Х.А. Усманов, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәҙрәсәлә 100—500 шәкерт уҡый; улар араһында башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар һ.б. була. Уҡыу йортон 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (1920), ш. иҫ. Й.Т.Абыҙгилдин, Айыуханов, Ғ.Амантай, И.Ашҡаҙарский, Бикбулатов, М.А.Буранғолов, Т.Ғ. Имаҡов, Ә.Ә.Каспранский, Н.Х.Ҡадиров, Рәмиев, бында ш. уҡ С.Агиш, А.Ә.Айҙаров, Ғ.Ғүмәр, Х.К.Ибраһимов, М.Йәлил, В.Мортазин‑Иманский, Н.Саҡаев, А.М.Таһиров, М.Фәйзи, З.Шәрҡи уҡыған. 1920 й. ябыла; Ырымбур татар халыҡ мәғарифы ин-тына үҙгәртелә. Мөҙәрис­тәре: Ғ.Г.Дәүләтшин, Ғ.Дәминев, Фәхретдинов, Т.Ильясов, Х.К.Бәкеров. Мәҙрәсә үҙ бинаһында (1906 й. төҙөлә) урынлашҡан. 1991 й. эшмәкәрлеген яңырта.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина