ХӨСӘЙЕНОВ Айҙар Гайдар улы (27.2.1965, БАССР-ҙың Ейәнсура р-ны Күгәрсен а.), шағир, драматург, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БАХИ-ны (1987), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин-тын (1995, Мәскәү) тамамлаған. 1989—90 йй. Яңы Өфө НЭЗ-ының “Нефтепереработчик” (“Нефть эшкәртеүсе”) гәз., 1996—98 йй. “Башҡортостан” гәз., 1999 й. алып “Бельские просторы” ж., 2002—08 йй. “Уфа” ж. хеҙм-ре, 2012 й. башлап “Истоки” гәз. баш мөхәррире. “ОЭ!” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1991 й. сыға. “Ғиффәтле башҡорт егете” (“Башкирский девственник”; 1994), “Аждаһа” (“Аждаха”; 1995) романдары, “Көн. Күңел.

Диоксин” (“День. Душа. Диоксин”; 1996) хикәйәләр йыйынтығы, “ОЭ-ның таҙа аңы!” (“Ясное сознание ОЭ!”; 2000) шиғырҙар китабы авторы. Ерәнсә сәсән т-дағы фольклор сюжеттары нигеҙендә ижад ителгән “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” (“Бендебике и Еренсе-сэсэн”; 2004) пьесаһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында ҡуйыла. “Өфө. Мең йыллыҡтың аҙағы” (“Уфа. Конец тысячелетия”; 1999) Башҡортостандың урыҫ шиғриәте антологияһын төҙөүсе, “Әйберҙәр тауышы” (“Голоса вещей”; 1998) альманахын һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. Р.Т.Бикбаев, Р.Й.Ғарипов, М.Кәрим, Р.Түләк, С.Н.Шәрипов һ.б. әҫәрҙәрен; “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” эпостарын, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һ.б. урыҫ теленә тәржемә итә. “Мәҙәниәттәр диалогы” Респ. йәмәғәт фонды идараһы (2001—11), “УФЛИ” әҙәби берекмәһе (2002 й. алып) рәйесе.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов