ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы [10.4.1928, БАССР-ҙың Өфө кантоны Үтәгән а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА акад. (1991), филол. ф. д-ры (1971), проф. (1972). БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2008). РФ-тың (1992) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1951). 1954 й. алып ТТӘИ-лә эшләй: 1957 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р, 1965 й. — бүлек мөдире, 1999 й. — баш ғилми хеҙм-р; бер үк ваҡытта 1996— 2000 йй. “Ватандаш” ж. баш мөхәррире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттар тураһында фәндең төрлө аспекттарын өйрәнеүгә арналған. “Быуаттар тауышы” (1984), “ХI—ХVIII бб. башҡорт әҙәбиәте” (“Башкирская литература ХI—ХVIII вв.”; 1996) һ.б. хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәте тарихы тикшерелә, “Башҡорт совет шиғриәте. 1917—1980” (“Башкирская советская поэзия. 1917— 1980”; 1983), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы” (2 китапта, 2006—2007), “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” (2006), “Әҙәбиәт теорияһы” (2010) һ.б. китаптарында уның теоретик проблемалары яҡтыртыла. Р.Т.Бикбаев, Ә.Ә.Вәлидов, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Р.Ниғмәти, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, Д.Юлтыйҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге т-да тикшеренеүҙәр авторы. Археография, текстология, фольклористика, мифологияның үҫешенә өлөш индерә. Байтаҡ хеҙмәттәре башҡорт халҡының тарихына, дингә арналған. 1973—83 йй. археографик экспедициялар етәксеһе. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—1996) баҫмаһының ғилми етәксеһе һәм авторҙарының береһе, башҡорт әҙәбиәте антологияларын, “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе, “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” (1967; урыҫ телендә 1969; икеһе лә – М.Ф.Ғәйнуллин м-н берлектә) биобиблиографик белешмәһенең автор-төҙөүсеһе. 250-гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. уҡ урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм вуздар өсөн уҡытыу-методик ҡулланмалар авторы. “Сәйәхәт дәфтәре” (1976) һәм “Тормош” (1990) китаптарына ингән миниатюраларында (ҡара: Парса) тормош һәм йәмғиәт, тәбиғәт һәм цивилизация т-да фәлс. уйланыуҙары һәм күҙәтеүҙәре сағылдырыла. “Ҡанлы илле биш” (1996) романы, “Батырҙар ҡиссаһы” (1986) һ.б. китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләре тарихи проза жанрында яҙылған. Х. әҫәрҙәре Ю.А.Андрианов, Марс.А.Ғафуров тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. (1980), М.Өмөтбаев ис. (2006) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1981), Почёт (1999) орд. м-н бүләкләнгән. Х. исеме м-н ТТӘИ-нең ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фонды аталған.

Әҫәрҙ.: Шағирҙәр: әҙәби портреттәр. Өфө, 1981; Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1998—2001; Литература и наука. Уфа, 1998.

Әҙәб.: Кунафин Г. Энциклопедист нашего времени; Хусаинов Г.Б. Гуманитарий. Уфа, 2008.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов