ХӨСӘЙЕНОВ Марат Әсҡәт улы (15.5.1944, БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны Һарт-Наурыҙ а. – 12.12. 2016, Өфө, БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны Прибельский а. ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РФ-тың (2007) һәм БР-ҙың (2000) атҡ. транспорт хеҙм-ре, РФ-тың почётлы транспорт хеҙм-ре (2000). Мәскәү технология ин-тын тамамлаған (Өфө, 1984). 1968 й. алып ВЛКСМ-дың Өфө ҡала ком-тында эшләй. 1972—2008 йй. Электр транспорты идаралығында (Өфө): 1-се троллейбус депоһы, 1976 й. башлап 2-се троллейбус депоһы нач. урынбаҫары; 1975 й. алып 2-се трамвай депоһы нач. урынбаҫары, 1980 й. — нач., 1982 й. – баш пр-тие нач., 1985 й. – нач. урынбаҫары, 1987 й. – баш инженер, 1998 й. – нач., 2007 й. – ген. директор. Х. етәкс. Затон, Сипайлов микрорайондарында троллейбус хәрәкәте асылған, энергия һаҡлаусы приводы булған троллейбустарға һынауҙар, трамвай вагондарын модернизациялау б-са эштәр һ.б. үткәрелгән. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2005).

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов