ХӨСӘЙЕНОВ Хөрмәт Хәмзә улы (10.3.1920, АСБР-ҙың Ете ырыу кантоны Яңы Ялсыҡай а., хәҙ. БР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Ялсыҡай а., — 2002 й. марты, Сәмәрҡәнд ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. башлап Өфө моторҙар з-дында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт. башлап Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, 4-се Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында 69-сы армияның 8-се танкыға ҡаршы истребитель бригадаһы 435-се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. Х. 1944 й. 20 авг. Пулавы ҡ., 1945 й. 14 ғин. Лавецко-Нове а. (икеһе лә — Польша), 1945 й. 17 апр. Лебус ҡ. (Германия) тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Көйөргәҙе р-нының “Яңы тормош” к-зында эшләй, 1948 й. алып Гарм ҡ. 2-се мәктәбендә хәрби етәксе, 1953—80 йй. Сәмәрҡәнд ҡ. 3-сө автомобиль ремонтлау з-дында эшләй. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1-се (1946), 2-се (1945) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Х. исеме урамға бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин