ХӨСӘМ КӘТИБ (14 б.), төрки шағиры. Х.К. т-да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. “Жөмжөмә солтан” дастанының авторы. Был ҡомартҡының эстәлеге б-са Х.К. уҡымышлы кеше булыуы, тарихты, динде, көнсығыш әҙәбиәтен белеүе т-да фараз итергә мөмкин.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов