ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ, дини ойошмаларҙың башҡа дингә ышаныусылар араһында христианлыҡ таратыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; Рәсәй хөкүмәтендә урыҫ булмаған халыҡтарға ҡарата үткәрелгән дини сәйәсәт аспекттарының береһе. Волга буйындағы һәм Уралдағы урыҫ булмаған халыҡтарҙы Х. 1555 й. Ҡазан епархияһы ойошторолғандан һуң башлана. 16 б. аҙ. алып христианлыҡты хеҙмәтле татарҙар, ш. уҡ Өфө ҡәлғәһенә күсенгән мариҙар, мордвалар, сыуаштар ҡабул итә. Өфөлә 1647 й. яңы суҡындырылған 26 хужалыҡ була. Х. 17 б. аҙ. көсәйә. 1680 й. 21 майында һәм 1681 й. 16 майында сыҡҡан указдарға ярашлы, суҡындырылғандан һуң урыҫ булмаған крепостнойҙар дәүләт һалымдарынан һәм йөкләмәләренән 6 йылға, ер биләүсе мосолмандар хәрби хеҙмәттән 3 йылға азат ителә, кенәзлек титулы һәм батша һарайындағы стольник дәрәжәһе ала. Христианлыҡ ҡабул итеүҙән баш тартҡан аҫабалар ерҙән мәхрүм ителә, общинниктар крепостнойға әйләндерелә. 1731 й. урыҫ булмаған халыҡтарҙы Х. маҡсатында “Новокрещенская контора” ойошторола. Х. башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) сәбәптәренең береһе була, һөҙөмтәлә урыҫ булмаған халыҡтарҙы суҡындырыу бер аҙға туҡтатыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тамамланғандан һуң Х. яңынан башлана. 1783 й. ревизия мәғлүмәттәре б-са Ырымбур губернаһында суҡындырылған 300-гә яҡын башҡорт, 10309 мордва, 1193 татар, 343 удмурт, 22285 сыуаш иҫәпләнә. 19 б. башынан крайҙа Х. Өфө епархияһының православие руханиҙары тарафынан үткәрелә. 1853 й. Өфөлә Антоний IХ. миссияһын булдыра; Ырымбур губ. суҡындырылған 129390 кеше була. Өфөлә асылған Ырымбур мосолман диниә назаратының эшмәкәрлеге һәм император Николай II дин тотоу иреклеге т-дағы указы (1905 й. 17 апр.) мосолмандар араһында христианлыҡ таратыуҙы ҡатмарлаштыра. Суҡындырылған башҡорттарҙың 95%-ы һәм татарҙарҙың 65%-ы исламға күсә. 1914 й. Өфө епархияһында суҡындырылған 71243 сыуаш, 46414 татар, 4500 мордва, 3939 мари, 1709 удмурт, 213 башҡорт иҫәпләнә.

Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н. Христианизация народов Южного Урала в конце XVIII — середине XIX вв. (на примере Оренбургской епархии) //Проблемы востоковедения. 2009. №3.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина