ХРИСТОФОР (донъяуи исеме Смирнов Фёдор Алексеевич; 8.2.1842, Смоленск губ. Вёшки а. — 1918 й. һуң), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1903—08). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1883). Монахлыҡ ҡабул иткән (1883). Смоленск дини семинарияһын (1865), Киев дини акад. (1869) тамамлаған. 1871 й. алып Киев дини акад. уҡытҡан, 1883 й. башлап Тамбов, 1885 й. — Вифания (Сергиев Посад ҡ.) дини семинариялары, 1886—90 йй. Мәскәү дини акад. ректоры. 1887 й. алып Волоколамск епискобы, 1890 й. — Мәскәү епархияһының Воскресенск Яңы Иерусалим монастыры идарасыһы. 1892 й. башлап Ковноның викар епискобы, 1897 й. алып Екатеринбург һәм Ирбит, 1900 й. — Каменец-Подольск епискобы. 1908 й. башлап Смоленск епархияһының Иоанн-Предтеча монастырында ялда. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында миссионерлыҡ эшмәкәрлеге м-н шөғөлләнгән, Кама‑Берёзовка Богородица ир‑егеттәр монастыры игумены Анастасийға фин-уғыр халыҡтарын христианлаштырыуҙа ярҙам күрһәткән, 1906 й. Бә­ләбәй өйәҙе Буғабаш а. (хәҙ. БР-ҙың Баҡалы р-ны) ҡатын-ҡыҙҙар общинаһын асҡан. 1-се Епархия миссионер съезын үткәреү инициаторы (Өфө, 1906). Дини тәғлимәт б-са хеҙмәттәр авторы.

Әҙәб.: К о н ю ч е н к о А.И. Архиерейский корпус русской православной церкви во второй половине XIX — начале XX века: исслед. и материалы. Челябинск, 2005.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина