ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, газ, шыйыҡса йәки эрегән матдәләрҙең ҡатышмаларын айырыу ысулдары йыйылмаһы, уларҙың компоненттарын үҙгәрмәй торған (өҫкө йөҙө үҫешкән сорбент,ҡаты есем, шыйыҡса) һәм үҙгәреүсе (элюент – газ, пар, флюид, шыйыҡса ағымы; үҙгәрмәй торған фаза аша үтә) фазалар араһында бүлеүгә нигеҙләнә. Элюенттың агрегат хәле б-са газ (күсмәй торған фазаның хәле б-са газ-адсорбцион, -шыйыҡса), флюид (флюид-адсорбцион, -шыйыҡса), шыйыҡса (шыйыҡса-адсорбцион, -шыйыҡса) хроматографияһы; матдәләрҙе айырыу механизмы б-са – адсорбцион, бүлеү, ион алмаштырыусы, эксклюзив, аффин, ултырмалы; үҙгәрмәй торған фазалағы сорбция ҡатламының геометрияһы б-са – колонналы (ш. иҫ. капиллярлы) һәм ҡатламы яҫы булған (йоҡа ҡатламлы, ҡағыҙлы); бүленеүсе ҡатышманың сорбент ҡатламы буйлап күсеү ысулы б-са – ҡыҫырыҡлаусы, сығарыусы, фронталь; т-ра режимы б-са – изотермик, т-раһы программаланған (ш. иҫ. йылылыҡ десорбцияһы, хроматермография, элюент-йылылыҡты ҡыҫырыҡлап сығарыусы ысулдар һәм йылылыҡ динамикаһы ысулы) хромато­графияға бүленә. Шулай уҡ Х.а.ы. эсенә хромато-масс-спектрометрия (ш. иҫ. масс-фрагментография), газ йөрөткөсө булмаған хроматография, хромадистилляция инә. Х.а.ы. үткәреү өсөн төп өлөштәре колонка (ҡатышма айырым компоненттарға бүленә) һәм детектор (үҙгәреүсе фазала берләшмәләрҙең концентрацияһын билдәләй; газ хроматографтары өсөн – кондуктометрия, ионизациялау һ.б. ысулдар; шыйыҡса – рефрактометрия, УФ, флуоресцент һ.б. ысулдар; билдәләү сиге 10-10%-ҡа тиклем) булған хроматографтар (газ, шыйыҡса) файҙаланыла. Х.а.ы. тирә‑яҡ мөхит объекттарының торошон контролдә тотоу, ҡатмарлы ҡатышмаларҙы айырыу һәм уларҙың компоненттарын, изотоптарын идентификациялау, таҙа матдәләр алыу, ҡушылмалар­ҙы концентрациялау, реакцияларҙың химик кинетикаһын, структураһын аналитик тикшереү һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50-се йй. аҙ. алып Х.а.ы. Өфө (Х.Б.Пружинина), Яңы Өфө (А.А.Пришнин) НЭЗ-дарында нефть эшкәртеү газдарын анализлау, Стәрлетамаҡ синтетик каучук з-дында (ҡара: “Каучук”) технологик процестарҙы контролдә тотоу һәм көйләү өсөн һ.б.; 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ-нда файҙаланыла. 60-сы йй. башында нефть эшкәртеү, нефтехимия пр-тиеларында түбән т-ралы ректификация колонна тибындағы хроматографияға алмаштырыла. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ-ның Өфө филиалында гербицидтар етештереү хлорфеноксиуксус к-таларының бутил эфирҙарын хроматографик анализлау ысулдары уйлап сығарыла (Т.Ф.Ахунов). Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда респ. тәүге масс‑спектрометрия, предмикрореактор (катализаторҙарҙың, адсорбенттарҙың өҫкө йөҙөн билдәләү) м-н бергә Х.а.ы., инерт йөрөткөстәр ҡулланыла (фторопластар, күҙәнәкле полимерҙар), селектив, термостабиль фазалар синтезлана (пиромеллит к-таһы һәм май к-таларының пентаэритриты эфирҙары); нафталинды, уның сығарылмаларын (К.М.Вайсберг, Э.А.Круглов, М.Ф. Хәбибуллин, И.И.Шабалин), моноароматик углеводородтарҙы (псевдокумол һәм дурол етештереү), углеводородтың азот к-таһы, көкөртлө водородтың метил спирты м-н реакцияһы продукттарын, ксилол изомерҙарын, диметилнафталинды, тиофен метилсығарылмаларын (З.И. Ушакова, Круглов, Л.Г. Ципышева һ.б.), май һәм кротон альдегидтарын, этил спиртын, бутанолды һәм 2-этилгексанолды, майлы карбон кислоталарын, фенолды һәм уның сығарылма­ларын, сәнәғәт хлоргазы компоненттарын (А.М.Агальцов, Г.А.Рутман, В.В.Смирнов, С.А. Тажуризина) хроматографик анализлау ысулдары уйлап табыла. Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ-нда М.А.Колбин етәкс. градиентлы шыйыҡса хроматографияһы ысулы уйлап сығарыла һәм ауыр, ҡалдыҡ нефть продукттарының составын билдәләү өсөн шыйыҡса хроматографы эшлә­нә (төрлө ойошмаларға ебәрелә). Х.а.ы. ярҙамында углеводород газдарҙың, нефттең ароматик берләшмәләренең составы билдәләнә, юғары т-ралы хроматография өсөн узелдар булдырыла (В.Г. Зизин, Т.С.Иванова, З.И.Соколова, Я.А.Шкловский). Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ-нда Х.а.ы. ярҙамында грипп антигендары; Өфө химия з-дының үҙәк лаб. – хлорфеноксиуксус к-таһының (С.В. Зубарев, А.Д.Игошев, В.С.Квятковский, А.С. Соболев), туранан-тура хлорлау хлорфенолдарының, -бензолдарының изомерҙары (Соболев, И.Н.Калужская); Өфө синтетик спирт з-дының тәж.-тикшеренеү цехында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) – таҙа этиленда һәм этилбензолда микроҡушылмалар (Ахунов, С.С.Балабанова, А.А.Калужский, А.Я.Кантор, В.М.Толсторожих һ.б.), изопропилбензол, этилбензол һәм α-метилстирол етештереү продукттары (И.В.Куликова, Соболев, О.А. Фабрисенко); Салауат нефтехимия комб-тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) – этилен окистары (К.И.Ғафарова, С.А.Ланге, Ю.В. Попов); Стәрлетамаҡ химия з-дында (ҡара: “Каустик”) – ағынты һыуҙарҙа хлорорганик берләшмәләрҙең бер аҙ миҡдары (Л.М. Черных, Л.М.Зеленова, М.И.Шиляева); “Уфаводоканал” МУП-ында – осоусан галоген‑углеводородтар; БДУ-ла – органик берләшмәләр, нефттең, уны эшкәртеү продукттарының берләшмәләре (Б.В.Айвазов), тәбиғи мөхиттәрҙәге һәм аҙыҡ-түлектәге ағыулы матдәләр (Ф.Х.Ҡудашева); Органик химия ин-тында – органик берләшмәләрҙең (А.А.Берг, Зеленова) һәм нефттәрҙең (Н.К.Ляпина) ҡатмарлы ҡатышмалары айырыла. Башҡ-н геол. идаралығының үҙәк лаб. битуминозлы һоро күмерҙе маркировкалау өсөн (ҡағыҙ хроматографияһы; И.А.Хризман) ҡулланыла. Х.а.ы. Дәүләт аналитик контроль идаралығында (В.И.Сафарова етәкс.), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ-нда, Экология үҙәгендә экологик мониторинг алып барыу өсөн файҙаланыла. Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары институтында стан­дарт өлгөләр һәм фазалар, ӨДНТУ-ла — Унихром А үҙгәрмәй торған фаза (Ф.Н.Латипова, Р.С. Мөсәүиров) эшләнә. БР пр-тиелары Х.а.ы. өсөн эреткестәр, адсорбенттар (ш. иҫ. аэрогелдәр), ион алмаштырыусы ыҫмалалар, цеолиттар сығара.

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов