ХАНОВ Рәфил Лотфулла улы (16.5. 1946, БАССР-ҙың Саҡмағош р-ны Йәмәй а.), спортсы. Ауыр атлетика б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (1993). “Локомотив” (тренеры Б.М.Мосиевич) һәм “Хеҙмәт” (Г.Л.Аферин) ДСО-лары тәрбиәләнеүсеһе. РСФСР чемп. (1969), СССР кубогының (1971) һәм РСФСР чемпионатының (1970) көмөш призёры, СССР (1972) һәм РСФСР (1971—72) чемпионаттарының бронза призёры. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1970—72). 1980 й. алып 3-сө төҙөлөш тресындағы “Өфөлө” спорт клубы ДЮСШ-ның, 2005 й. — “Өфөлө” олимпия резервы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыу­сыһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина