ХАРАКТЕРЛЫ БЕЙЕҮ, балет театрының тасуирлау сараларының береһе, сәхнә бейеүҙәренең айырым бер төрө. Х.б. нигеҙендә — балетм. эшкәртеүендәге халыҡ бейеүе. Классик бейеү Х.б. ҡайһы бер тасуирлау сараларын һәм бурыстарын үҙләштереп милли элементтар м-н байытыла.

Шулай уҡ Х.б. төшөнсәһе башланғыс мәғәнәне — образға инеп бейеүҙе үҙ эсенә ала. Хәҙ. заман балетында Х.б. — образды асыу сараһы йәки тулы спектакль барлыҡҡа килтереү ысулы. Башҡортостанда Х.б. үҫеше Опера һәм балет театры сәхнәһендә башҡорт балеттары килеп сығыу м-н бәйле. Классик, драматик балеттарҙың дивертисменттарында Х.б. төп урынды биләй, романтик образдар тыуҙыра йәки көндәлек тормошто сағылдыра. “Сыңрау торна” исемле тәүге милли балетта Х.б. тасуирлау саралары ярҙамында ышандырғыс образдар ижад ителә (төп геройҙарҙың лирик адажиоһы һәм вариациялары, халыҡ байрамдарынан күренештәр, Арыҫланбай бейеүе; балетм. Н.А.Анисимова). 1940—60 йй. башҡорт балеты үҫешкән осорҙа халыҡ бейеүенең Х.б. күсеү процесы әүҙем бара, сөнки милли колорит спектакль эстетикаһына бәйле була; постановкаларҙа хореографик симфонизм ҡанундары ҡулланыла (билдәле пластика темалары, контрапункт һ.б. ижад итеү): “Тау бөркөтө” (ҡоҙалау күренеше; балетм. К.Д.Карпинская), “Гөлнәзирә” (Бәхтейәр м-н Гөлнәзирәнең осрашыу күренеше, яҙғы сәсеү картинаһы; балетм. С.В.Дречин), Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; имсе бейеүе, хурлыҡ йөрөшө; балетм. Х.Ф.Мостаев). “Яратам һине, тормош” (һөжүм күренеше; балетм. Л.Е.Бородулин), “Айгөл иле” (адажио һәм вариациялар, төрлө илдәрҙә Ҡыуаныслы Хәбәр килеп сығыу күренештәре; балетм. И.Х.Хәбиров) һ.б. балеттарҙа Х.б. спектаклдәрҙең сюжеты үҫешенә кәрәкле кәйеф һәм тәьҫирлелекте һаҡлаған яңы бейеү образдары һәм комбинациялары индерелә.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова