ХАРДИНА Анна Арнольдовна (7.1. 1955, Әшә ҡ.), боронғо урыҫ темпера рәсем сәнғәте реставраторы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (2010). БДПИ-ны тамамлаған (1983). 1989—97 йй. И.Э. Грабарь ис. Бөтә Рәсәй художество ғилми реставрация үҙәгендә (Мәскәү; етәксеһе Т.М.Мосунова) стажировка үтә. 1983 й. алып БДХМ-дың ғилми хеҙм-ре. Нестеров М.В. исемендәге художество музейы коллекцияһынан 70-тән ашыу 15—19 бб. боронғо урыҫ рәсем сәнғәте әҫәрен реставрациялай (“Изге Онуфрий, Никифор Патриарх һәм Александр Свирский”, “Изге хәбәр”, “Одигитрия богоматеры” иконалары, “Богородица билдәһе иконаһының 10 акафист күренешенән торған складеньҡапҡастары”һ.б.).“М.В.Нестеровис.БДХМ йыйылмаһында православие сәнғәте” (“Православное искусство в собрании БГХМ им. М.В. Не­стерова”; 1992), “Икона. Көмөш. Баҡыр ҡойоу. Китап. М.В.Нестеров ис. БДХМ йыйылмаһынан” (“Икона. Серебро. Медное литьё. Книга. Из собрания БГХМ им. М.В.Нестерова”; 1999), “Ҡайтыу” (“Возвращение”; 2005), “15—19 быуаттарҙың урыҫ православие сәнғәте” (“Русское православное искусство 15—19 веков”; 2016) күргәҙмәләре, ш. уҡ боронғо урыҫ сәнғәте б-са бер нисә мәҡәлә авторы.

Хеҙм.: Возвращение. Древнерусская темперная живопись. Станковая масляная живопись: кат. выст. Уфа, 2004 (авторҙ.).

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова