ХАРИСОВ Ринат Зөфәр улы (12.6. 1953, БАССР-ҙың Борай р-ны Ленин-Бүләк а.), рәссам. РФ-тың (2014) һәм БР-ҙың (2003) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1978) БДПУ-ла уҡыта. 2008 й. алып Торонто ҡ. (Канада) йәшәй һәм эшләй.

Х. ижадында тарихи-көнкүреш темаһына яҙылған реалистик картиналарҙан (“Халыҡ оҫтаһы”, 1978) дөйөмләштерелгән фольклор-ирония образлылығына һәм билдәле стилистикаға (төҫтәрҙең декоратив сиклелеге, күләм иллюзияһы булмауы, фон яҫылығы) күсеү күҙәтелә, әҫәрҙәре йыш ҡына теркәмә “текстар” м-н тулыландырыла (“Киттек, ҡәҙерлем, киноға”, 1991). Персонаждары күбеһенсә ауыл кешеләренән тора; сюжеттарында уларҙың көндәлек тормошоноң, ғөрөф-ғәҙәт­тәренең, йолаларының үҙенсәлектәре, еңелсә юмор (“Һағынғас, ҡарарһығыҙ”, 2002), һағышлы хәтирәләр (“Бала сағымдағы кино”, 1985), хикәйәт, притча мотивтары (“Алһыу ат”, 1996; “Шишмә. Кәләш”, 1997) осрай. “Инйәр” ижади төркөмө (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) һәм “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһе (1990) ағзаһы. 1973 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 1993, 2001, 2004, 2006, 2010, 2012, 2013, 2017), Вена (1993). Эштәре БДХМ, ТР-ҙың һынлы сәнғәт (Ҡазан) һәм хәҙ. урыҫ сәнғәте (Джерси-Сити ҡ., АҠШ; Париж) музейҙары коллекцияларында, “Мираҫ”, “Урал” (икеһе лә — Өфө; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) һ.б. галереяларҙа, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Туран” фондының Халыҡ-ара пр. (Ҡазан, 1993), “Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте” күргәҙмә-конкурсы (Өфө, 2008) лауреаты.

Әҙәб.: Ринат Харисов. Живопись: каталог /авт.-сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2004.

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова