ХАРИСОВ Фәррух Харис улы [1918, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Мәхмүт а. (БР-ҙың Салауат р-ны) — 13.1.1945, Даугавпилс ҡ. ерләнгән], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡат­нашыусы. 1941 й. июненән 2-се армияның 49-сы уҡсылар див. 559-сы артиллерия полкының, 1944 й. алып Көнбайыш, Калинин һәм 1-се Балтик буйы фронттарында 6-сы гвардия армияһының 47-се уҡсылар див. разведка отделениеһы ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м-н өлкән сержант Х. 1943 й. 14 дек. Белорус ССР-ының Гаврюши а., 1944 й. 22—23 июнендә Дворище һәм Лесково аа. һәм 1944 й. 14 окт. Латвия ССР-ының Сили а. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1-се (1945), 2-се һәм 3-сө (1944 й. июле һәм ғин.) дәрәжә Дан орд. м-н бүләкләнгән. Х. исеме Салауат р-ны Арҡауыл һәм Малаяҙ аа. урамдарға бирелгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин