ХАРРАСОВ Мөхәмәт Хәҙис улы (18.9.1948, БАССР-ҙың Белорет р-ны Урта Сермән а., хәҙ. БР­ҙың ш. уҡ р-ны Сермән а.), физик-теоретик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2002), Чечен Респ. ФА-ның почётлы акад. (2008), физика-матем. ф. д-ры (1995), проф. (1996). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м-н): 1994—99 йй. физика ф-ты деканы, 2000—10 йй. ректор, бер үк ваҡытта 1999 й. алып статистик радиофизика һәм элемтә каф. мөдире. 1999—2000 йй. БР Фән, юғары һәм урта проф. белем биреү б-са Дәүләт ком-ты рәйесе, 2010 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың соц. сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау б-са ком-ты рәйесе урынбаҫары. 1980—84 йй. Оран ун-тында (Алжир) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге статистик механиканың матем. проблемаларына һәм асыҡ системалар теорияһына арналған. Х. тарафынан динамик системаларҙың моделдәрендә Боголюбовтың асимптотик ысулдары үҫтерелә, симметрияһы боҙолған системалар теорияһында корреляцион функциялар һәм Грин функциялары өсөн аныҡ нисбәттәр билдәләнә, М.Б.Сәғҙәткирәева м-н берлектә наноүлсәмле магнит кристалдарының физик характеристикалары үҙенсәлектәре асыҡлана. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 3—4-се саҡырылыш депутаты. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Высокотемпературная сверхпроводимость магнитокерамических систем. Уфа, 1997 (авторҙ.); Динамические обменные явления в сегнетомагнитных кристаллах. Уфа, 2016 (авторҙ.).

М.Б.Сәғҙәткирәева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов