ХАТЬЯНОВ Фаддей Исаакович (2.4. 1932, Ленинград), тау инженеры-геофизик. Геол.-минералогия ф. д-ры (1992). Ленинград тау ин-тын тамамлағандан һуң (1956) “Башнефтегеофизика” ААЙ-нда эшләй: 1956 й. алып һәм 1959 й. — тематик партияларҙың нач., 1957 й. — техник етәксеһе, 2003—04 йй. баш геолог. 2005 й. башлап ӨДНТУ-ла. Фәнни-производ­ство эшмәкәрлеге Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһын һәм Көнбайыш Себерҙең Когалым нефть районын өйрәнеүгә; нефть һәм тәбиғи газдар эҙләү-разведкалау эштәрен нигеҙләүгә бәйле. Х. тарафынан разведка геофизикаһының мәғлүмәттәрен структур-формацион яҡтан ин­терпретациялау тәҡдим ителә. Борай, Ҡансыра, Раевка һ.б. нефть ятҡылыҡтарын, Бөркөт, Подгорный, Һарытау һ.б.газ ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 190-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1975, 1983).

Хеҙм.: Структурно-формационная интерпретация сейсмических данных. М., 1990 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов