ХАУСТОВ Анатолий Тихонович (27.2. 1942, Һарытау ҡ. — 21.8.2017, Өфө), актёр. БАССР-ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1976) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Һарытау театр уч-щеһын тамамлағандан һуң (1965; А.С.Быстряков, Я.А.Рубин курсы) 2012 й. тиклем БР-ҙың Урыҫ драма театры (Өфө) актёры.

Зыялыйҙарға хас башҡарыу манераһына өҫтөнлөк биргән актёр. Х. персонаждарҙы психологик һәм соц. характеристикаға ярашлы типиклаштырыуға ынтылған, сәхнәлә һөйләү оҫталығы м-н айырылып торған: Рилькен (“Ҡойма ямғыр араһында” — “Между ливнями”, А.П.Штейн; дебют, 1965), Леонид (“Ретро”, А.М.Галин), Анчугин (“Көләрһең дә, иларһың да” — “Провинциальные анекдоты”, А.В.Вампилов), Андрей Иванович (“Урыҫ ҡайнатмаһы” — “Русское варенье”, Л.Е.Улицкая) һ.б. Комедия образдарын ижад иткән: Леонида Папагатто (“Минең һөнәрем — йәмғиәт синьоры”—“Мояпрофессия—синьор изобщества”,Д.Скарначчи,Р.Тарабузи),ДонХозеде Сантарем(“Дон Сезар де Базан”, Ф.Дюмануар, А.Деннери), Саня Арефьев (“Кадриль”, В.П.Гуркин) һ.б. Сит ил [Клеант (“Тартюф”, Мольер), Ранк (“Ҡурсаҡ йорто”—“Кукольный дом”, Г.Ибсен), сэр Генри- Джеймс Честерфильд (“Яндырылған ат”—“Загнанная лошадь”, Ф.Саган)] һәм урыҫ клас­сик [Горецкий (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”), Муров (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”; икеһе лә — А.Н.Островский)] драматургияһының пьесалары б-са ролдәр башҡарғанда әҫәрҙәрҙең стилен һәм жанрын дөрөҫ һиҙемләүе асыҡ сағыла. Иң яҡшы эштәренең береһе булып Гаев роле (“Сейә баҡсаһы” — “Вишнёвый сад”, А.П.Чехов) тора.

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова