ХАФИЗОВ Миҙхәт Ғәбдрәүф улы [26.6.1933, БАССР-ҙың Ҡырғыҙ-Миәкә р-ны Ҡырғыҙ-Миәкә а. (БР-ҙың Миәкә р-ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1978). ӨНИ-не тамамлаған (1976). 1953—54 йй. Яңы Өфө НЭЗ-нда оператор, 1957—99 йй. өлкән оператор, ҡулайлама начальнигы. Х.ҡатнашлығында 9—10-сы биш йыллыҡ пландар осоронда юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшелә. СССР ЮС-ының 8-се саҡырылыш депутаты. Ленин (1977), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев