ХАФИЗОВ Фәиз Зәки улы (25.8. 1938, БАССР-ҙың Туймазы р-ны Иҫке Туймазы а.), тау инженеры-геолог. Геол.-минералогия ф. д-ры (1987), проф. (2005). РФ-тың атҡ. геологы (1999), СССР-ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1976), РФ-тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1993), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин-тын тамамлаған (1965). 1958—62 йй. “Башвостокнефтеразведка” тресының Күлтабан быраулау контораһында техник-геолог; 1966 й. алып Төмән комплекслы геол.-разведка экспедицияһында партияның өлкән геологы; 1968—74 йй. Баш Төмән производство геол. идаралығында партияның баш геологы, 1985—87 йй. нефть һәм газ б-са баш геологы; 1976 й. башлап Төмән тематик экспедицияһында партия нач., 1979 й. — баш геолог, 1981—85 йй. һәм 1987 й. алып нач.; 1989 й. — Бөтә Рәсәй геол., геофизика һәм геохимия системалары ҒТИ-ның (Мәскәү) ген. дир. урынбаҫары; 1994 й. — Төмән өлк. б-са Тәбиғәт ресурстары ком-ты рәйесе; 2001 й. — “В.И.Шпильман ис. Ер аҫтын рациональ файҙаланыу ғилми-аналитика үҙәге” дәүләт пр-тиеһының баш ғилми консультанты, 2016 й. — Дәүләт файҙалы ҡаҙылмалар запастары комиссияһының Көнбайыш Себер филиалы (икеһе лә — Төмән ҡ.) дир. урынбаҫары. Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ геологияһына бәйле. Х. тарафынан структураларҙың формалашыу тарихын анализлауҙың кор­реляция ысулы, ҙур нефтле һәм газлы комплекстарҙа ятыштарҙы разведкалау алымдары, нефть һәм газ ятҡылыҡтарының формалашыу тарихын өйрәнеүҙең гидрогеологик ысулы эшләнә; Төмән өлк. төньяҡ райондарында газ запастарын яңынан баһалау эше башҡарыла. 115-кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1979).

Хеҙм.: Повышение эффективности разведки залежей крупных нефтегазоносных комплексов. Л., 1991.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов