ХАФИЗОВ Фәнил Шамил улы (15.6. 1956, БР-ҙың Бәләбәй ҡ. составындағы Приют эшселәр ҡсб, хәҙ. Бәләбәй р-ны Приют ҡала тибындағы ҡсб), химик-технолог. Техник ф. д-ры (1997), проф. (2001). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002). ӨНИ-не тамамлаған (1978), 1980—82 йй. шунда уҡ эшләй. 1985 й. алып Яңы Өфө НЭЗ-ында, 1987 й. – ӨДНТУ-ла (2007 й. башлап янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге нефтле углеводород системаларына тулҡын тәьҫирен өйрәнеүгә һәм ҡулланыуға арналған. Х. тарафынан колонна тибындағы реак­торҙарҙа гидродинамика аппараттарын файҙаланып окисланған битумдарҙы етештереү технологияһы эшләнә, ул БР-ҙа, РФ-та һәм Үзбәкстанда индерелә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Процессы нефтепереработки в кавитационно-вихревых аппаратах. Уфа, 1999 (авторҙ.); Современный подход к построению обучающих систем промышленной безопасности. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов