ХАФИЗОВА (Ҡолбарисова) Ғәлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы [10.9.1923, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны (БР-ҙың Бишбүләк р-ны) Аҙнай а. — 8.8.2006, Өфө], балет артисы. Ленинград хореография уч-щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы Е.В.Ширипина) 1961 й. тиклем БДОБТ солисы. 1971—76 йй. М.И.Калинин ис. мәҙәниәт йортоноң башҡорт бейеү ансамбле (ҡара: “Ынйы”) хореографы, 1978 й. Бердах ис. филармонияның (Нуҡус ҡ.) “Ҡырҡ ҡыҙ” ансамблендә педагог- репетитор. 1979 й. алып Өфөлә йәшәй. Тәүге проф. башҡорт балериналарының береһе. Х. башҡарыу сәнғәте музыкаллек, сағыу темперамент м-н айырылып торған; юғары оҫталығы һәм мөләйемлелеге тәьҫирле образдар ижад итергә мөмкинлек биргән. Төп партиялары: Сванильда (“Коппелия”; дебют, 1942), Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Па-де-труа һәм Кәләш (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Оло торналар (“Сыңрау торна”), Хасинта (“Лауренсия”, А.А.Крейн) һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм-балетында 2-се ҡатын ролен башҡарған.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова