ХВОЛЬСОН Даниил Абрамович (21.11.1819, Вильна ҡ. — 23.3.1911, С.-Петербург), шәрҡиәтсе, тарихсы. Император С.-Петербург ФА-ның Көнсығыш телдәр бүлеге мөхбир ағзаһы (1858) һәм почётлы ағзаһы (1908), филос. д-ры (1855). Бреславль ун-тын тамамлаған (1848). 1855—94 йй. Им­ператор С.-Петербург ун-тында, бер үк ваҡытта 1858—83 йй. С.-Петербург дини акад. уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Көнсығыш Европа һәм Көнсығыш халыҡтары тарихын, эпиграфиканы, палеографияны, ғәрәп, йәһүд, Сүриә һ.б. яҙмаларҙы өйрәнеүгә арналған. Башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһы яҡлы булған. Ибн Рустаның хеҙмәтен урыҫ теленә тәржемә иткән һәм баҫтырған. Шулай уҡ Балхи, Ибн Фаҙлан, Иҙриси, Масуди, Яҡут һ.б. ғәрәп сәйәхәтселәренең мәғлүмәттәрен файҙаланып, башҡорт һәм “мадьяр” этнонимдарының “баджгард” этнонимынан (ҡара: Башҡорт) килеп сығыуын иҫбатлаған.

Хеҙм.: Известия о хозарах, буртасах, болгарах, мадьярах, славянах и руссах Абу-Али Ахмеда бен Омар Ибн Даста, неизвестного доселе арабского писателя начала X века. СПб., 1869.

Тәрж. М.Х.Хужин