ХВОРОСТЯНКА, Хәйбулла р-нындағы ауыл, Һамар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.-Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында, Таналыҡ һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 209 кеше; 1920 — 303; 1939 — 132; 1959 — 150; 1989 — 217; 2002 — 263; 2010 — 230 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һамар урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙендә Һамар губ. Камушки а. күсеп килгән крәҫтиәндәр Хворостянский утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 12 йортта 88 кеше йәшәгән. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30-сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев