ХВОСТЕНКО Ольга Григорьевна (5.7.1946, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2005). Одесса ун-тын тамамлаған (1971). 1972 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-тында: 1998 й. – өлкән, 2005 й. – төп ғилми хеҙм-р. Фәнни эшмәкәрлеге нейтраль молекулаларҙың һәм кире иондарҙың электрон төҙөлөшөн өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан молекуляр системаларҙы тикшергәндә оптик һәм спектраль ысулдарҙы комплекслы ҡулланыу ысулы уйлап табыла, молекулалар тарафынан электрондарҙы резонанслы эләктереп алыу ваҡытында кире молекуляр иондарҙың электрон торошо һ.б. асыҡлана. 75-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Doublet—quartet conversion in negative ions as a possible mechanism of the electron autodetachment delay //Rapid Communicaions in Mass Spectrometry. 2006. Vol.20 (авторҙ.); Negative ion mass-spectrum of resonance electron capture by molecules of p-benzoquinone; International Journal of Mass Spectrometry. 2008. Vol.273 (авторҙ.).

 

О.А.Скалдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов