ХЕДЕРҘАР (боронғо йәһүдсә — бүлмә), йәһүдтәрҙең дини башланғыс уҡыу йорттары. Яҡынса 13 б. барлыҡҡа килә. 3—5 йәшлек малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була. Дәрестәр уҡытыусының (меламед, ребе) өйөндә үтә. Түбәнге төркөмдә (3 йәштән) әлифба һәм иврит телендә текстар уҡырға (тәржемәһеҙ) өйрәтәләр, урта төркөмдә (5 йәштән) — Биш китапты (ҡара: Тәүрат), юғары төркөмдә (8 йәштән) Талмудты өйрәнәләр. Уҡыу процесын община тикшерә. Х. тамамлаусылар Талмудты артабан синагогала өйрәнә йәки иешиваға (юғары йәһүд дин хоҡуғын өйрәнеү мәктәбе) уҡырға инә ала. Рәсәйҙә 1918 й. һуң ябыла. Өфөлә Х. синагоганың ағас бинаһында урынлашҡан була.

Э.А.Шкурко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина