“ХЕҘМӘТ”, стадион. Өфөлә урынлашҡан. 1937 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Физик культура һәм спорт эштәре ком-тының “Большевик”, 1950 й. — “Искра” ДСО-һы Башҡорт өлкә советының “Искра”, 1955 й. — “Локомотив” ДСО-һының “Локомотив”, 1960—2005 йй. Төҙөлөш тресы №3 “Х.” стадионы булараҡ эшләй. Спорт залы (26×14 м), футбол майҙаны (100×70 м), трибуналары (5 мең урын), мотоуҙыштар өсөн ҡырсын юлы (400 м), көрәш (26×14 м) һәм ауыр атлетика (25×14 м) залдары, баскетбол, 2 бура һуғыу, 2 волейбол һәм 2 хоккей майҙансығы, мини-футбол өсөн корты, 2 тергеҙеү үҙәге һ.б. була. “Х.” нигеҙендә “Өфөлө” спорт клубы, М.М.Азаматов ис. 3-сө ДЮСШ,ауыр атлетика,грек‑рим көрәше, тхэквондо, футбол бүлексәләре булған “Өфөлө” СДЮШОР-ы, мотоспорт б-са ДОСААФ-тың балалар һәм үҫмерҙәр спорт-техника мәктәбе, спидвей б-са “Башҡортостан” командаһы, атлетик гимнастика, пауэрлифтинг, шейпинг секциялары һ.б. эшләй. Стадионда шайбалы хоккей б-са “Салауат Юлаев” һәм ГДР-ҙың “Висмут” командалары араһында респ. беренсе халыҡ-ара иптәштәрсә матч (1961), футбол б-са “Б” класында СССР чемпионаты (1970), спидвей б-са шәхси (1963, 1968—69) һәм команда (1963, 1965—67) донъя чемпионаттары, СССР, РСФСР, Рәсәй чемпионаттары финалдары (1961—96), боҙҙағы мотоуҙыштар б-са Халыҡ-ара мотофедерация Кубогы (1963), Европа (1964), СССР (1961—62, 1966, 1988) һәм РСФСР (1962, 1969—70) чемпионаттары финалдары, халыҡ-ара ярыштар (1962—63) була.

О.Л.Балабан, Н.Ю.Мазов

Тәрж. Г.А.Миһранова