ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ, РСФСР-ҙа һәм СССР-ҙа 1918—38 йй. хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән почётлы исем. Тәүҙә пр-тие коллективтары, 1921 й. алып эшселәр йыйылышы тәҡдиме м-н губ. профсоюздар советтары, 1927 й. башлап СССР ҮБК Президиумы тарафынан бирелгән. Башҡортостанда В.Д.Галанов, Л.А.Галанова, Э.И.Корлейс, А.А. Михайлов һ.б. лайыҡ булған. 1938 й. Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме булдырылғандан һуң бөтөрөлә.

Әҙәб.: Ф и л и м о н о в М.А. Сила профсоюзов в единстве: Очерки истории. Уфа, 1997.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев