ХЕҘМӘТ МЕДИЦИНАҺЫ ҺӘМ КЕШЕ ЭКОЛОГИЯҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1955 й. Өфө профпатология клиник дауаханаһы һәм Магнитогорск ҡ. күсерелгән Хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ нигеҙендә Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ булараҡ асыла,1992 й. алып Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ, 2005 й. – Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү б-са федераль хеҙмәттең Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү ин-ты. Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре: нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефтехимия, тау-металлургия сәнәғәтендә һәм АСК-ла эшләүселәрҙең организмына производство мөхитенең насар факторҙары йоғонтоһон өйрәнеү; һөнәри ауырыуҙарҙың һәм сәнәғәттең төп тармаҡтарындағы производствоға бәйле ауырыуҙарҙың патогенезын тикшереү, уларҙы иртә диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын уйлап табыу; һөнәри һәм экологик техноген хәүефтәрҙе анализлау һәм баһалау, хәүефтәр м-н идара итеү системаһын эшләү; эш урындарының гигиена талаптарына тура килеүен аттестациялау; сәнәғәт объекттарын экологик паспортлаштырыу; зарарлы матдәләрҙең ҡурҡыныс һәм ағыулы булыуын эксперименталь нигеҙләү; тирә‑яҡ мөхит объекттарының сифатына экологик-гигиеник һәм химик-аналитик эксперт баһаһы биреү һ.б. йүнәлештәр. Ин-т составына 5 бүлек инә. Клиникаһы һәм поликлиникаһы бар. 90 ғилми хеҙм-р араһында 2 БР ФА-ның мөхбир ағзаһы, 8 фән д-ры һәм 30 фән канд. (2007).“Гигиена” һөнәре б-са аспирантура һәм “Профпатология” һөнәре б-са клиника ординатураһы эшләй. Ин-т ғалимдары тарафынан илдә беренсе тапҡыр сәнәғәттең химия, нефтехимия һәм башҡа тармаҡтарындағы төрлө производстволарҙа хеҙмәт шарттарына фәнни яҡтан нигеҙләнгән физиол.-гигиеник характеристика бирелә, тупраҡта булған нефть эшкәртеү һәм нефтехимия продукттары миҡдарының рәсми сикләнеүле кимәлдәре булдырыла; сәнәғәттең төп тармаҡтарында һөнәри хәүеф критерийҙары билдәләнә; ҙур нефтехимия производстволары миҫалында иҫкәртеү һәм реабилитациялау ысулдары, норматив-методик документтар һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм эшселәрҙең һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән комплекслы иҫкәртеү саралары эшләнә; ҙур гидротехник ҡоролмаларҙың гигиена нигеҙҙәре төҙөлә; ауылда йәшәүселәрҙең һаулығына йә­шәү мөхитендәге техноген бысраныуҙарҙың роле һ.б. баһалана. Уйлап табыуҙарға 30-ға яҡын патент алына (2007). Ин-т Рәсәй мед. ФА-ның Хеҙмәт медицинаһы ҒТИ (Мәскәү) һәм РФ-тың башҡа ғилми-тикшеренеү ин-ттары һәм үҙәктәре, ш. уҡ Медицина университеты, Күҙ ауырыуҙары институты, “Иммунопрепарат” м-н хеҙмәттәшлек итә. Ин-т хеҙмәт медицинаһы б-са Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының хеҙмәттәшлек итеү үҙәге булып тора (1997 й. алып). Дир.: М.Д.Разумовский (1955 й. алып), Ғ.М.Мөхәмәтова (1957 й. алып), Л.М.Карамова (1979 й. алып), Ә.Б. Бәкеров (1997 й. алып). Ин-т бинаһына Мөхәмәтоваға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1990).

Әҙәб.: Федеральное государственное учреждение науки “Уфимский научно-исследовательский институт медицины труда и экологии человека” Федеральной службы по надзору в сфере защиты прав потребителей и благополучия человека. Уфа, 2005.

Ә.Б.Бәкеров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина