ХЕҘМӘТ ТЕРАПИЯҺЫ, хеҙмәт процестарын дауалау маҡсатында ҡулланыу. Формаһы б-са түбәндәге төрҙәргә айырыла: аяҡҡа баҫтырыусы хеҙмәт эшмәкәрлеге (хәрәкәт боҙолоштарын иҫкәртеүгә йәки боҙолған функцияларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә), дөйөм нығыныу (ауырыу оҙаҡҡа һуҙылған осраҡта функциональ хәлде һәм хеҙмәткә яраҡлылыҡты һаҡлау), производство Х.т. (сирле кешене проф. хеҙмәткә әҙерләй, производствоға яҡын шарттарҙа тормошҡа ашырыла). Х.т. травматология һәм ортопедияла аяҡ-ҡулдарҙың функцияһын тергеҙеү (билдәле хәрәкәттәр күләме булған һәм билдәле мускулдар төркөмө ҡатнашҡан махсус хеҙмәт төрҙәре), психиатрияла психик ауырыуҙы (олигофрения, шизофрения, эпилепсия һ.б.) әүҙем хеҙмәт эшмәкәрлегенә индереү юлы м-н социумға яраҡлаштырыу, йәмғиәт өсөн хәүефле эштәр ҡылған сирлеләрҙе мәжбүри дауалау өсөн файҙаланыла. Ҡаршы дәлилдәр: киҫкен ауырыу билдәһе булған хәл, аң патологияһы һ.б. Башҡортостанда Х.т. 20 б. башынан Психиатрия дауаханаһы №1 ҡуллана, унда тегеү, итек, ҡатырға әйбер яһау, ағас эше, слесарлыҡ цехтары булған дауалау-етештереү оҫтаханалары эшләй, ҡала ситендәге бүлексәләрҙә пациенттар төрлө а.х. эштәре м-н шөғөлләнә. 50-се йй. аҙ. — 60-сы йй. башында хлорвинил, трикотаж, скульптура, уйынсыҡ цехтары ойошторола. 90-сы йй. ремонт-төҙөлөш цехы нигеҙендә “Ремонтсы” бәләкәй пр-тиеһы эшләй. 2000 й. психиатрия дауаханаһының дауалау- етештереү оҫтаханаларында стационар һәм амбулатор пациенттар өсөн 126 урынлыҡ ҡатырға әйбер яһау, тегеү, аяҡ кейеме цехтары, 2009 й. 120 урынлыҡ (ш. иҫ. 30 урын амбулатор пациенттар өсөн тәғәйенләнгән) тегеү, бәйләү, сөй, ҡатырға әйбер яһау цехтары була.

Н.Р.Тулбаева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина