ХЕҘМӘТЛЕ КЕШЕЛӘР, 14—18 бб. Рәсәйҙә дәүләт файҙаһына адм. йәки хәрби хеҙмәт үтәргә тейешле кешеләр. Нәҫелдән килгән Х.к. (хеҙмәт башлыса атаһынан улына күскән) [баярҙар, дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), баяр балалары, окольничийҙар, стольниктар аҫабалыҡ йәки поместье хоҡуғында ер һәм крәҫтиәндәргә хужа булған, хеҙмәте өсөн аҡсалата йәки поместье эш хаҡы, титулдар һ.б. бүләктәр алған]; ялланып эшләгән Х.к. (хеҙмәткә яҙыу) [ҡапҡасылар (ҡәлғә ҡапҡаһын һаҡлайҙар), казактар (ҡара: Казак ҡатламы), тупсылар, стрелецтар, тылмастар һ.б. һалым түләгән, шәхсән ирекле ҡатламдарҙан алынған,16 б. аҙ. хәрби реформалар һәм Рус дәүләтенең көнсығыш һәм көньяҡ сиктәрен колониялаштырыу барышында формалаша, хеҙмәте өсөн аҡсалата, натуралата эш хаҡы һәм поместье хоҡуғында ер бүлеме алған] айырыла.

Башҡортостанда Х.к. 16 б. аҙ. Өфөнө төҙөү һәм артабан уның гарнизонында хеҙмәт итеү ваҡытында барлыҡҡа килә. Нәҫелдән килгән Х.к. башлыса дворяндарҙан, яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән; ялланып эшләгән Х.к. (күпселеге гарнизон хеҙмәтендә булған) казактар һәм стрелецтарҙан торған. Х.к. составына башҡорттар, мишәрҙәр, татарҙар ингән. Тәүҙә аҡсалата йәки игенләтә эш хаҡы алғандар, һуңыраҡ биләгән вазифаһына бәйле ер (ҡара: Аҫабалыҡ) бирелгән. Башҡортостан терр-яһында 17—18 бб. төҙөлгән Өфө гарнизоны һ.б. ҡәлғәләр составына юл күрһәтеүселәр, ҡапҡасылар, баяр балалары, яңы суҡындырылған кешеләр, тупсылар, сотниктар, стрелецтар, биҫтә (һуңыраҡ хеҙмәтле) татарҙары, тылмастар һ.б. ингән. Дворяндар йыллыҡ аҡсалата оклад алған, үҙҙәре м-н ҡораллы кешеләр алып килергә бурыслы булған. Х.к. араһында күпселекте эске Рәсәй өйәҙҙәренән килгәндәр тәшкил иткән. Нәҫелдән килгән Х.к.крайға килгән яңы отрядтар,батша һарайы крәҫтиәндәрен хеҙмәткә алыу, ҡасҡындар, ирекле кешеләр, һөргөнгә ебәрелгәндәр һ.б. иҫәбенә артҡан. 17 б. аҙ. Өфөлә даими хеҙмәттә булған 62 дворян нәҫеленең 32-һе Ҡазандан, 4-шәре Мәскәүҙән (Зыковтар, Тихониндар, Чашниковтар, Шакловитыйҙар) һәм Түб. Новгород ҡ. (Волковтар, Гладышевтар, Есиповтар, Звягиндар), 3-әүһе Арзамас ҡ. (Дерюшкиндар, Ушатовтар, Щепелёвтар), 2-әүһе Стародуб ҡ. (Савиндар, Суходольскийҙар), 1-шәре Әстерхан (Третьяковтар) һәм Переяславль ҡҡ. (Чемодуровтар) күсерелеү һөҙөмтәһендә Өфө өйәҙендә төпләнә. Өфөлә 1637 й. — 62, 1701 й. 250 дворян нәҫеле иҫәпләнә. 1730 йй. Кама аръяғы һыҙығы ҡәлғәләрендә (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) 3550-гә яҡын Х.к. була. Өфө Х.к. хеҙмәте өсөн ер бүлеме биреүҙә алпауыт ер биләүе (1592 й. алып; 75 алпауыт һәм яңы ауыл барлыҡҡа килгән); Өфөгә хеҙмәтле сит ил кешеләрен, мишәрҙәрҙе һәм татарҙарҙы хеҙмәт итергә күсереү иҫәбенә алпауыттарҙың күбәйеүе (1638 й. алып; 26 алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән); Өфөгә башҡа ҡалаларҙан Х.к. күсереүҙе, ер биреүҙе туҡтатыу (1682 й.; 10 алпауыт ауылы) осорҙары айырыла. Дворян нәҫеленән булған Х.к. драгун роталары ойошторолған. Стрелецтар, сит ил һәм яңы суҡындырылған кешеләр исемлегендә бул­ған Х.к. Ырымбур сик һыҙығының казак полктары составына ингән. Кама аръяғы һыҙығының хәрби кешеләре хеҙмәтте үҙ иҫәбенә үткән, 1747 й. однодворецтар ҡатламына күсерелгән. 19 б. “хеҙмәтле кешеләр” тип һалдаттар йәки түбән дәрәжәләге хәрбиҙәр аталған. 

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин