ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы (22.9.1956, БАССР-ҙың Дыуан р-ны Мәсәғүт а.), физик. Химия ф. д-ры (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. 1980 й. алып ӨНИ-лә, 1981 й. – Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин-тында (1990 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р), 1992 й. – Нефтехимия һәм катализ ин-тында. 1994 й. алып БР-ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ-нда аналитик химия бүлеге мөдире, 2009—2011 йй. директор. 2012 й. башлап ӨДИСУ-ның транспорт системалары сервисы каф. мөдире, 2016 й. – ӨДНТУ-ның идара итеү һәм техник системаларҙағы сервис каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тирә-яҡ мөхит объекттарындағы тотороҡло органик бысратҡыстарҙы тик­шереүгә, ш. иҫ. хлорлы техник продукттар етештергәндә диоксиндар барлыҡҡа килеү проблемаларына арналған. 90-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Диоксины в жизненном цикле хлорорганических химических продуктов. Уфа, 2005.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов