ХИКМӘТ (ғәр.), көнсығыш әҙәбиәте жанры, күләме б-са ҙур булмаған, күпселек осраҡта фәлс. йәки тормош тәжрибәһен, фәһемле һығымтаны үҙ эсенә алған шиғри әҫәр. Ҡайһы берҙә ҙур әҫәрҙәрҙә (мәҫ., С.Сараиҙың “Гөлөстан бит‑төрки” дастанында) структура яһаусы элемент булып тора. Башҡорттар араһында С.Баҡырғани, Ә.Йәсәүи, Мәүлә Ҡолой Х. киң таралған. Башҡорт әҙәбиәтендә жанр Ф.М.Ғүмәров ижадында урын алған, ул Ғүмәр Хәйәм, Жәми, Хафиз Х. башҡорт теленә тәржемә иткән һәм улар нигеҙендә үҙ Х. (“Йөҙ ҙә бер хикмәт”, 1982; “Мең дә бер хикмәт”, 2001) яҙған.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов