ХИКӘЙӘТ (ғәр.), Яҡын, Урта Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтарында теләһә ниндәй ҙур сюжетлы сәсмә йәки шиғри әҫәрҙе аңлатҡан әҙәби термин. Тар мәғәнәлә — күләме б-са хикәйә һәм новелла м-н тиң булған бәләкәй эпик жанр. Романтик стиль, тарихи ваҡиғаға йәки легендаға нигеҙләнгән хикмәтле сюжет (фантастика, сатира һәм дидактика элементтары була) хас. Классик төрки телле әҙәбиәттә һәм башҡорт ауыҙ-тел ижадында бер нисә Х. үҙ эсенә алған ҡаймалы әҫәрҙәр бар: “Алдар менән Зөһрә”, “Бәхтейәрнамә”, “Гөлөстан бит‑төрки”, “Мәжмәғел хикәйәт” һ.б.

19 б. аҙ. — 20 б. башындағы башҡорт Х. реаль булыу, бары тик башҡорт ысынбарлығын яҡын күреү хас: “Айыу тураһында хикәйәт”, “Иблес һәм шайтандар” һ.б. Совет осоро әҙәбиәтендә тарихи риүәйәттәргә нигеҙләнгән Х. ижад ителә: Ғ.Ғүмәрҙең “Инсебикә-таш”, “Митрошка ташы” (“Митрошкин камень”), Ә.Х.Вәхитовтың “Салауат күпере” һ.б. Хәҙерге башҡорт Х. классик өлгөләре булып З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1964; урыҫса тәржемәһе 1988), “Һөнәрсе һәм өйрәнсек” (1965) әҫәрҙәре тора, уларҙа ваҡиғалар юғары стилдә бәйән ителә, геройҙарҙың ҡылыҡтары дөйөм кешелек әхлағы һәм этикаһы күҙлегенән баһалана.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов