ЮЛДАШ ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ, Учалы р‑нында урынлашҡан. 1886 й. мәктәп булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1933 й. — башланғыс, 1936 й. — тулы булмаған урта, 1990 й. — урта мәктәп, 2010 й. хәҙ. статусын ала. 1998 й.

З.Х.Рәсүлев исеме бирелә. Китапханаһы, компьютер класы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, слесарҙар, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Уҡыу йортон 700‑ҙән ашыу кеше тамамлаған (2010). Мәктәп терр‑яһында Бөйөк­ Ватан­ һуғышы йылдарында һәләк булғандарға обелиск ҡуйылған (1995).

Ә.Б.Кейекбаев

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина