ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович (17.10.1955, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй. 1979 й. алып ӨНИ‑лә: 1987 й. — “Азимут” ҒПП‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — бүлек мөдире, 1991 й. — ген. дир. урынбаҫары. 1993 й. башлап “Диапазон” ЯСЙ, 1997 й. — “Инкомп‑нефть” ЯСЙ (икеһе лә — Өфө) дир., бер үк ваҡытта 1995 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) ӨДНТУ‑ла, 2015 й. — ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм тәбиғи газ сығарыу проблемаларына арналған. Ш. етәкс. промысла мөхиттәрен физик‑химик эшкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, ҡатмарлы шарттарҙа нефть һәм газ сығарыу технология­лары, магнит ярҙамында эшкәртеү аппараттары, химик реагенттарҙы ебәреү өсөн капилляр системалар, “йөҙгөс” система­лары булған турбиналы бырауҙар, туҙыуға сыҙамлы резиналар рецептураһы, экологик мониторинг өсөн мобиль станция һ.б. эшләнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Свойства и испытания резин. М., 2002; Осложнения в нефтедобыче. Уфа, 2003 (авторҙ.); Полимерные армированные трубопроводы в современ­ных гидравлических системах. М., 2018 (авторҙ.).

К.В.Чернова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов