ШАКИРОВА Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы (5.6.1965, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрге Аташ а.), йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (1998) артисы, БР‑ҙың атҡ. артисы (2012). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; Ф.Ф.Сәғитова класы), БДПУ‑ны (2005) тамамлаған. 1990 й. алып Татар филармонияһы, 1995 й. — “Илһам” театр‑студияһы (икеһе лә — Ҡазан) солисы. Репертуа­рында З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, М.Ә.Мозафаров, З.В.Нагаева, Р.Х.Сәхәүетдинова, Ф.М.Хатипов, Р.М.Яхин һ.б. йырҙары; башҡорт (“Бейеш”, “Каруанһарай”, “Уйыл”, “Шаһибәрәк”, “Элмәлек”) һәм татар (“Гөльямал”, “Йома”, “Шахта” һ.б.) халыҡ йырҙары һ.б. бар. Ә.Ҡ.Атнабаев, Х.М.Мөхәмәҙиева, Ф.Тереғолова, Р.Хәкимйән, Й.Ә.Шакиров һ.б. шиғырҙарына 100‑ҙән ашыу йыр авторы. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1983), “Татар йыры” (“Татарская песня”; Ҡазан, 1993) Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты.

Хеҙм.: Син — яфрак, ә мин — чәчәк. Казан, 2015.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова